Ә пластик, төрөнә ҡарап, 100-500 йыл буйы сереп ята. Был иһә тирә-яҡ мөхитте бысрата.
Пластиктан бөтөнләй баш тартып та булмай, әлбиттә. Әммә уны ҡулланыуҙы сикләргә мөмкин бит. Мәҫәлән, сепрәктән модалы итеп тегелгән моҡсай (шопер) йөрөт. Кофе эсер өсөн үҙең менән термокөрөшкәң булһын. Шампундең эшкәртелә торған пластиктан яһалған һауыттағыһын ал. Тик ул бушағас, махсус сүп-сар һауытына һалырға онотма.
Әле экоәүҙемселәр "Пластикһыҙ июль" акцияһында ҡатнаша. Күп илдәрҙә пластик ҡулланыуҙы сикләйҙәр. Пластмасса планетабыҙ, киләсәгебеҙ өсөн зарарлы икәнен халыҡҡа еткерергә тырышалар.