+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
5 Июль , 10:00

Йәш экологтар һәм урмансылар слёты

Йәш эколог һәм урмансыларҙың быйылғы республика слёт-конкурсы Благовещен районының «Зарница» балалар һауыҡтырыу лагерында үтте.

Йәш экологтар һәм урмансылар слеты
Йәш экологтар һәм урмансылар слеты

 Унда, әлбиттә, республиканың төрлө тарафтарынан экология менән мауыҡҡан уҡыусылар килгәйне. Улар – Белорет, Дүртөйлө,Асҡын, Ауырғазы, Йәрмәкәй, Яңауыл,Балаҡатай, Благовещен райондарынан, Өфө, Октябрьский, Сибай ҡалаларынан. Шулай уҡ Әбйәлил, Архангел, Ауырғазы, Благовещен, Нуриман, Бишбүләк, Ишембай райондарынан мәктәп урмансылары командалары ҡатнашты. Өс көн дауамында төрлө конкурстар уҙғарылды. Уҡыусылар жюри алдында теория буйынса һорауҙарға яуап бирҙе, практика буйынса белемдәр тикшерелде. Еңеүселәр билдәләнде. Шәхси беренселектә «Гидробиология» номинацияһында Сибай ҡалаһынан Дмитрий Платонов, Өфөнән Ғәлиә Әүәлбаева, «Тупраҡты өйрәнеү» буйынса экологтар араһында Сибайҙан Самира Вәлиева, Йәрмәкәй районынан Динар Муфаздалов, урмансылар араһында Бишбүләк районынан «Ҡайынҡай» мәктәп урмансылығынан Азалия Ғабдуллина – I урында.
“Ботаника» номинацияһында экологтар араһында иң көслөһө – Октябрьский ҡалаһынан Елизавета Иванова, Сибайҙан Аэлита Искәнйәрова, урмансылар араһында – Әбйәлил районы «Йәшел урман» мәктәп урмансылығынан Нәғим Нафиков, «Этномология» буйынса – Асҡындан Ралина Ғайсина, Сибайҙан Яна Анциферова.
«Орнитология» номинацияһында еңеүсе – Ауырғазынан Данияр Хәсәнов. Әбйәлилдең «Йәшел урман» мәктәп урмансылығынан Анастасия Безбородова – «Урман ғилеме» буйынса, Радмир Абдуллин «Урман таксацияһы» буйынса иң-иңдәре.
– Беҙгә 40Х90 метр формаһында майҙансыҡ бүлеп бирҙеләр һәм унда ниндәй ағастар үҫкәнен билдәләнек. Был өлкәлә ярайһы уҡ тәжрибәм булғас, ул тиклем борсолманым. Теоретик өлөш ҡатмарлыраҡ күренде: урман таксацияһы буйынса һорауҙар бирәләр. Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты Айҙар Ғәбделхаҡов белемемде юғары баһаланы, былай бөтә һорауҙарға ла яуап бирҙем. Аҙаҡ оҫталыҡ дәресе үткәреп, хаталарҙы төҙәтеү өҫтөндә эшләнек. Артабан да был өлкәлә белемемде камиллаштырырға теләйем, – ти Радмир.
Командалар араһында Сибай экологтары һәм Әбйәлил урмансылары еңеү яуланы. Бына шулай тәрбиәләнә лә инде буласаҡ урман хужалығы белгестәре һәм экологтар.   Фото: forest.bashkortostan.  

Йәш экологтар һәм урмансылар слеты
Йәш экологтар һәм урмансылар слеты
Йәш экологтар һәм урмансылар слеты
Йәш экологтар һәм урмансылар слеты
Йәш экологтар һәм урмансылар слеты
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: