+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
27 Июль , 13:10

Әй фонтаны

Башҡортостанда матур урындар күп. Шуларҙың береһе Ҡыйғы районындағы Әй фонтаны.

Әй фонтаны
Әй фонтаны

Фонтан Ҡыйғы районы Ләүйылға (рус. Леуза) ауылында йәшәгән Владимир Иванович Поляковтың отҡорлоғо арҡаһында барлыҡҡа килгән. Ул ауыл мәктәбе директоры булып эшләгән, географиянан уҡытҡан.

1981 йылда Һатҡы руда идаралығы был төбәктә боксит ятҡылыҡтары эҙләй. Ерҙе 81 метр тәрәнлеккә тиклем быраулап төшкәс, артезиан һыуы йырҙаһына эләгәләр. Фонтан атылып сыға, әммә ул 50 см самаһы бейеклеккә генә атыла.

2001 йылда Ҡыйғы районы инвалидтарының турист слёты ваҡытында баһаламасылар ағзаһы булараҡ ҡатнашҡан Владимир Иванович торбаға бөкө тығырға тәҡдим итә һәм ер аҫты һыуҙары баҫымы һөҙөмтәһендә фотан бейеклеге 8-10 метрға етә. Хәҙер иһә һыу бағанаһы 5,5 метр тирәһенә күтәрелә.

2011 йылда Владимира Поляков ҡуйған бөкөнө алмаштыралар.

Фонтан бигерәк тә ҡыш көнө ҡаты һыуыҡтарҙа иҫ киткес матур һыҙатланышлы боҙ селтәрҙәре, төрлө һындар барлыҡҡа килтереүе менән иғтибарҙы тарта.

Һыу температураһы Цельсий буйынса +7 градус. Һыуы ифрат таҙа, лабораторияла үткәрелгән тикшереү унда бер ниндәй ҙә зарарлы матдәләр булмауын асыҡлаған.

https://ba.wikipedia. буйынса.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: