+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
5 Август , 13:45

Матурлыҡ – тирә-яҡта

Гәзитебеҙ дуҫы Мәүлиха Үҙәнбаева – Баймаҡ районы Ғүмәр ауылынан. Бәләкәйҙән фотоға төшөрөү менән мауыға. Бала саҡта «Смена» фотоаппараты менән эш итһә, хәҙер камера – телефонында.

Матурлыҡ – тирә-яҡта
Матурлыҡ – тирә-яҡта

– Айырыуса тәбиғәтте төшөрөргә яратам. Ғүмер буйы Нижневартовск ҡалаһында йәшәп, хаҡлы ялға сыҡҡас тыуған яғыбыҙға ҡайттым. Үҙебеҙҙең Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығына, байлығына бер ни етмәй! Һәр бер нәмәне кадрға эләктерергә тырышам. Башҡалар еләк йыя, ә мин күбәләк баҫтырам, – тип йылмая Мәүлиха Фәхрислам ҡыҙы.
Әле Мәүлиха ханым Өфөлә балалары эргәһендә йәшәй. Тирә-йүндәге матурлыҡты күрә һәм башҡаларға еткерә белеүсе дуҫыбыҙҙың шәхси күргәҙмәһе лә асылыр әле, бәлки?!

Матурлыҡ – тирә-яҡта
Матурлыҡ – тирә-яҡта
Матурлыҡ – тирә-яҡта
Матурлыҡ – тирә-яҡта
Матурлыҡ – тирә-яҡта
Матурлыҡ – тирә-яҡта
Матурлыҡ – тирә-яҡта
Матурлыҡ – тирә-яҡта
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: