Ҡайһы ваҡыт, Кефирбай, тиһәң дә йүгереп килеп етә. Ике исемде лә ҡабул итә. Үҙе аҡ ҡына булғас, гел мунсала йыуындырабыҙ. Ул был көндө көтөп ала. Беҙҙе мунса тупһаһында ҡаршылай. Ҡатыҡбай йыуынғас та ҡайтырға ашыҡмай. Бына шулай бесәйебеҙ мунсаның рәхәтлеген, файҙаһын тоя белә. Әйткәндәй, телевизор ҡарарға ла әүәҫ, аңлаған кеше һымаҡ оҙаҡ ҡарап ултыра. Йәйгеһен йорт алдында йөрөгән себештәргә лә күҙ-ҡолаҡ. Тағы ла сәләмәтлек өсөн дарыуын эсерәбеҙ, муйынына мунсаҡ кейҙереү хаҡында ла онотмайбыҙ.
Кескәй дуҫтарыбыҙ, һеҙҙең бесәйегеҙ бармы? Булһа, улар хаҡында беҙгә яҙып ебәрегеҙ, фотолар менән хаттар көтәбеҙ!