– Быйылғы йәй ямғырлы булып, сәскәләр ҙә әллә ни сағыу итеп үҫмәгәс, башта, ҡатнашмаҫбыҙ, тип уйлағайныҡ. Ситтә ҡалғыбыҙ килмәне, 2 көн эсендә, ижади төркөмөбөҙ менән төплө бер фекергә килеп, байрамға ҡушылырға булдыҡ. Сара Ғаилә йылына бағышланғайны. Уйлағандарыбыҙ бик ҡыҙыҡ һәм матур ғына килеп сыҡты. Үҙебеҙҙең фантазияға ла урын бирҙек.
Беҙ Гран-при яуларбыҙ, тип уйламаныҡ та. Ә шулай ҙа призлы урынға өмөтләнгәйнек. Үҙебеҙҙе күрһәтәйек, фекерҙәр менән уртаҡлашайыҡ, тип дәртләнеп эшебеҙҙе ихлас башҡарҙыҡ. Бигерәк тә Рәйлә Фәтхислам ҡыҙы Юлғотлина төрлө идеялар биреп кенә торҙо. Шулай уҡ бар ижади төркөм уҡытыусылары ла маҡтауға лайыҡ, – ти лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы Мырҙағәлина.
Ҡотлайбыҙ, ижади эшегеҙ бик һоҡланғыс килеп сыҡҡан шул. Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит. Эйе, кеше тырышһа, эше лә ырай, килеп тә сыға. Эҙләнгәндәр үҙ юлын да таба, еңеү ҙә яулай. Афарин!