+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
21 Сентябрь , 10:05

Картуфтары ныҡ уңған

Аҡморон мәктәбенең II – X синыф уҡыусылары үҫтергән картуф та ныҡ уңған.

Картуфтары ныҡ уңған
Картуфтары ныҡ уңған

Баҡсаны ҡарап ҡына торғандар. Биология һәм химия уҡытыусыһы Олеся Викторовна Акилова етәкселегендә һәр синыф йәй буйы тырышып эшләгән.

Әле көндәр ҙә матур тора. Уҡыусылар өмә ойоштороп, үҙҙәре үҫтергән көҙгө уңыштарын йыйып алған. Афариндар! Әйткәндәй, аҡморондар райондағы уҡытыусылар кәңәшмәһенең “Сәскә байрамы”нда мул уңыш үҫтергәндәре өсөн I урын яулаған. Шулай уҡ “Иң яҡшы баҡса үҫтереүсе – 2024” булып танылып, Почёт грамотаһы менән бүләкләнгәндәр.

 – Йәй буйы тырышып башҡарған эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күреп, барыбыҙ ҙа ныҡ ҡыуандыҡ. Быйылғы ямғырлы көндәр тик файҙаға ғына булып, мул уңыш алыуға өлгәштек. Ҡыш буйы рәхәтләнеп үҙебеҙ үҫтергән ризыҡ менән һыйланырбыҙ, Алла бирһә! – ти Олеся Викторовна.

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Баймаҡ районы.

Картуфтары ныҡ уңған
Картуфтары ныҡ уңған
Картуфтары ныҡ уңған
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: