Ҡаланың 16-сы гимназияһы янында үҫкән ағасҡа - 234 йәш! Бейеклеге - 23 метр, диаметры - 1 метр 30 сантиметрҙан артыҡ. Әйткәндәй, уның был конкурсҡа эләгеүенә 16-сы гимназия уҡыусыһы Никита Волков булышлыҡ итә. Ул 2017 йылда проект өҫтөндә эшләп, "Йәшел сауҡалыҡ" районындағы бөтә ҡарт ағастарҙы тикшереп, сыға. 40 ағастың олонон үлсәй. Ә белгестәрҙең экспертизаһы уға 227 йәш икәнен иҫбатлай.
Яңыраҡ ошо ағас-һәйкәлде асыу тантанаһы һәм "Рәсәй йыл ағасы - 2024" конкурсы призёрын бүләкләү булды. Ҡарт имәнгә иҫтәлекле таҡта ҡуйылды.