+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
2 Октябрь , 12:22

Иң яҡшы урмансылар ҡайҙан?

Республикала июлдән сентябргә тиклем, ситтән тороп, мәктәп урмансылыҡтарының смотр-конкурсы уҙҙы.

Иң яҡшы урмансылар ҡайҙан?
Иң яҡшы урмансылар ҡайҙан?

Унда 13 команда ҡатнашты. Өс номинация буйынса еңеүселәр билдәләнде. Мәғрифәтселек эшмәкәрлеге йүнәлешендә Әбйәлил районы Асҡарҙағы 1-се мәктәптән "Йәшел урман" I урын алды. Агитбригадала – VIII – XI синыфтарҙан 15 уҡыусы. “Урманды һаҡлағыҙ!", "Тәбиғәтте һаҡлайыҡ" тигән район сараларында сығыш яһағандар. Район слётында, "Ирәндек" балалар ял-һауыҡтырыу лагерында "Был минең тыуған илем ла" сменаһында уҡыусыларҙы сәләмләгәндәр. Балалар баҡсаһында ла булғандар.

Йәш урмансылар тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән бер акциянан да ситтә ҡалмай. Кескәйҙәр өсөн дә квестар, экология дәрестәре, сәйәхәттәр ойошторалар. Үҙҙәренең гәзитен сығаралар, "Бәйләнештә" селтәрендә төркөмдәре бар.

Сығарылыш синыфы уҡыусылары артабан юғары уҡыу йорттарына ошо йүнәлеш буйынса уҡырға инеп, мәктәп урмансылығы менән бәйләнеште өҙмәйҙәр.

"Мәктәп урмансылығының практик эшмәкәрлеге" номинацияһында Нуриман районы Яңы Күл ауылының Марсель Абдулов исемендәге мәктәп урмансылығы һәм Бишбүләк районы Фәтих Кәрим исемендәге Айыт мәктәбенең "Ҡайынкай"ы еңеүсе булды. Йәш урмансыларға ағас ултыртыу, тирә-яҡты таҙартыу буйынса акцияларҙа етеүсе юҡ. "Йәшел Башҡортостан", "Урманды һаҡлайыҡ", "Үҫ, урман" Бөтә Рәсәй акцияларында әүҙем ҡатнашалар. Айыттың йәш урмансылары экологик һуҡмаҡ төҙөп, "Бишбүләк заказнигына экологик тур" тигән уҡыу ҡулланмаһы ла сығарған.

Был конкурстың призёрҙары ла билдәләнгән: "Яҡты шишмә" (Баҡалы, Яңы Илек мәктәбе), "Имәнлек"(Ауырғазы, Талбазы лицейы), "Имәнлек" (Ишембай, Маҡар мәктәбе).

Фото: forest.bashkortostan.

Иң яҡшы урмансылар ҡайҙан?
Иң яҡшы урмансылар ҡайҙан?
Иң яҡшы урмансылар ҡайҙан?
Иң яҡшы урмансылар ҡайҙан?
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: