Был изге сараның маҡсаты булып балаларҙа тәбиғәтте яратыу, тирә-яҡҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, урмандарҙы һаҡлап ҡалыу тора.
«Аҡ елкәндәр» төркөмө ҡыҙҙары һәм малайҙары ла атай-әсәйҙәре менән берлектә был изге эшкә ҙур теләк менән ҡушылды. Улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик күп ҡағыҙ, иҫке гәзиттәр, журналдар йыйып алып килде.
Кескәйҙәрҙе маҡтағы килә. Улар тырышлығы менән күп ағас киҫелмәй һаҡлап ҡалына. Бергәләп тотонғас, эшебеҙ ырамлы булды.
Резеда МӨХӘМӘТШИНА, тәрбиәсе.
Баймаҡ ҡалаһы.