Өфө экоактивисы Валерия Кирәева изге эшкә тотонған. Ул кешеләрҙән пластик һауыттарҙы, төрлө ҡумталарҙы, ҡулланылған лампочкалар, батарейкалар, һыу өсөн фильтрҙар йыя ла Bardaka.net ҡабул итеү пунктына килтерә. Ҡыҙ ике аҙна һайын «Бәйләнештә»ге #Сдалмусорподарилжизнь төркөмөндә ғариза ҡалдырған кешеләр янына бара ла сүп-сарҙарын үҙе илтеп тапшыра. Бының өсөн берәүҙән дә аҡса алмай.
– Тирә-яғыбыҙҙың таҙалығы үҙебеҙҙән тора. Беҙ ҡалдыҡтарҙы йыйырға тейешбеҙ. Улар сүп-сар түгел , ә яңынан эшкәртеү өсөн икенсел сеймалдар. Шуны аңлаһын, белһен ине кешеләр, – ти Валерия.
Өлгөр ҡыҙ ҡалдыҡтарҙы тапшырыуҙан килгән бөтә аҡсаны Өфө хосписына хәйер итеп биргән. Шулай уҡ яман шеш менән ауырыған балаларға ярҙамға ла өлөш сығарған.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Миһырбанлы ҡыҙҙың эштәре гел уң булһын!
Фото шәхси архивтан.