+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
1 Ғинуар 2025, 07:15

Шыршыларҙы урамға ташламағыҙ!

Яңы йыл алдынан илебеҙҙә «Йәшә, шыршы!» тигән Бөтә Рәсәй экологик акцияһы үтте.

Шыршыларҙы урамға ташламағыҙ!Шыршыларҙы урамға ташламағыҙ!
Шыршыларҙы урамға ташламағыҙ!

Уның маҡсаты өлкәндәрҙең иғтибарын тәбиғәтте һаҡлауға йәлеп итеү, шыршыларҙы киҫмәҫкә саҡырыу, балаларҙа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Мәктәп урмансылыҡтары айырыуса әүҙемлек күрһәтә. Нуриман районының Яңы Күл мәктәбендә лә йәш урмансылар «Шыршыҡайҙы һаҡлағыҙ!» тигән акция үткәргән. Һигеҙенселәр «Урман һылыуҡайҙарын һаҡлайыҡ!», «Шыршыларҙы киҫмәгеҙ!» тигән листовкалар таратҡан. Ылыҫлы ағастарҙың файҙаһы тураһында буклет та эшләгәндәр.

Йәш урмансылар өйҙә Яңы йыл байрамына үҙ ҡулдарың менән яһаған шыршыны ҡуйырға тәҡдим иткән. Шулай итеп, йәшел ҡупшыҡайҙарҙы йәшәтергә өндәгәндәр.
Ысынлап та, йәл шул был урман һылыуҡайҙары. Бигерәк тә байрам үткәс, уларҙы сүп-сар итеп сығарып ташлауҙары эсте бошора. Өфөлә ошо йәһәттән 2018 йылдан бирле бик матур экологик акция ойошторола. Шыршыларҙы ҡабул итеү пункттарына тапшырырға мөмкин. Унан инде ағастар артабан эшкәртелеүгә оҙатыласаҡ. Шыршылар төҙөлөш материалдары, ишек, төрлө йорт йыһаздары эшләү өсөн файҙаланыласаҡ.

Фото: yandex.

Шыршыларҙы урамға ташламағыҙ!
Шыршыларҙы урамға ташламағыҙ!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас