+13 °С
Ясно
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
29 Января 2025, 12:40

Кескәйҙәр тағараҡтар яһап элде

Был көндө Яңы Усман ауылының балалар баҡсаһы кескәйҙәрҙең ҡыуаныслы тауышына күмелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кескәйҙәр тағараҡтар яһап элдеКескәйҙәр тағараҡтар яһап элде
Кескәйҙәр тағараҡтар яһап элде

Сөнки ҡышлаусы ҡоштарға тағараҡтар элдек, емдәр менән ҡоштарҙы һыйланыҡ. Тышта һыуыҡ, бар ерҙә – ҡарҙар өйөмө... Хәҙер ҡоштарға ем табып ашау ауыр, шуға күрә балаларға ата-әсәләр ярҙамы менән тағараҡ яһап килтерергә өйгә эш итеп бирелде. Һәр ғаилә эш барышын фотоға төшөрөп, балалар баҡсаһының төркөмөнә һалып барҙы.
Кескәйҙәрҙең ата-әсәләре менән бергә ҙур, сауаплы, хәтерҙә ҡала торған изге эш башҡарыуҙары – оло ҡыуаныс. Мәҙәниәт йорто янындағы шыршыларға ем һалып тағараҡтар элдек. Был изге эштә ҡатнашҡандары өсөн беҙ, тәрбиәселәр, ата-әсәләргә рәхмәт әйтәбеҙ.

Раушания МӘЖИТОВА, тәрбиәсе.
Бөрйән районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас