+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
12 Март 2025, 03:00

Изге эшкә тотонғандар

Ауырғазы районының Талбазы ауылы халҡы, әүҙем уҡыусылар һәм ирекмәндәр йыл һайын уҙғарылып килгән «Быраулайбыҙ – балыҡтарҙы ҡотҡарабыҙ» акцияһында бик әүҙем ҡатнаша.

Изге эшкә тотонғандарИзге эшкә тотонғандар
Изге эшкә тотонғандар

 Был эштең мөһим булыуын һәр кем яҡшы аңлай. Яҡындағы күл, йылғаларҙа мәке уйып, балыҡтарҙы ҡотҡаралар.

– Беҙҙең районда бер нисә йыл рәттән балыҡты тонсоғоуҙан ҡотҡарыу буйынса әүҙем эштәр башҡарыла. Хәҙер күптән был сара матур йолаға әйләнде инде. Талбазы ауылы лицейының X «А» синыфы уҡыусылары Радмир Фасиков, Артём Кириллов, Егор Семёнов, Илгиз Юлдашев һәм Данил Нафиҡов та ихлас ҡатнашты акцияла, – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйсә Исламғолова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас