Олондарҙағы тишек-тошоҡто һәм яраларҙы дауалау һәм сағыу ҡояш нурҙарынан һаҡлау өсөн аҡлау, ағаста ҡышлаған ҡоротҡостарҙы ағыулау, баҡсаны йыйыштырыу, теплицаларҙы әҙерләү эштәре көтә.
Баҡсала булған ҡарҙы баҡса еләге һәм ҡурай еләге төптәренә өйөргә тырышығыҙ.
Март айында ҡарағат ҡыуаҡтарын тикшерегеҙ. Әгәр уларҙа ҡабарған-бүртенгән бөрөләр күренә икән, уларҙы юҡ итегеҙ. Былай иткәндә һеҙ бөрө талпанынан ҡотолорһоғоҙ.