+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
12 Март 2025, 05:07

Оя әҙер!

Бына яҙҙың беренсе айы – март та килеп етте.

Оя әҙер!Оя әҙер!
Оя әҙер!

Ҡояш сағыуыраҡ балҡый, яйлап ҡар ирей, урамда рәхәт... Йылы яҡтарҙан тәүге ҡоштар ҡайта башланы. Ҡарғалар күренә. Тимәк, тиҙҙән сыйырсыҡтар ҙа тыуған яҡтарына ҡайтасаҡ. Олатайым менән ҡоштар өсөн өй эшләнек. Беҙ уларҙың килеүенә әҙер. Ә һеҙ әҙерме, дуҫтар?

 

Таһир РӘХИМОВ, йәш хәбәрсе.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының III синыф уҡыусыһы.

Таһирҙың ояһы - конкурсыбыҙға килгән тәүге эш. Рәхмәт!

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас