Ә 2,5 процент таҙа һыуҙың 68,7 проценты боҙлоҡтарға тура килә. Ер йөҙөндәге бары тик 1 процент һыу ғына, шулай итеп, эсергә яраҡлы. Бөгөнгө көндә 663 миллион кешенең йәшәгән ерендә һыу юҡ. 2,2 миллиарды иһә таҙа һыуға мохтаж. Үкенескә күрә, бындай кешеләрҙең һаны көндән-көн арта бара. Шуға күрә, ун ауырыуҙың һигеҙе таҙа һыу тәьмин ителмәгәнлек арҡаһында килеп сыға.
Һыуҙы бушҡа сарыф итмәҫкә, ҡәҙерен белеп тотонорға, йылға-күлдәргә, шишмәләргә сүп-сар түкмәҫкә, уларҙың аҡҡан юлдарын таҙартып торорға кәрәклеген йәш быуынға аңлатып үҫтерергә кәрәк. Шул осраҡта ғына киләһе быуындарға ла таҙа эсәр һыу етәсәк, һау балалар тыуыуына өмөт бар. Ошо уңайҙан «Ҡояшҡайҙар» һәм «Ҡарлуғастар» төркөмдәрендәге урта йәштәге балалар менән «Һыу – йәшәү рәүеше» тигән сара үткәрҙек. Беләһегеҙме, төҙөк булмаған крандан тәүлегенә һыу тамсылап торһа егерме дүрт литр һыу әрәм була! Ә яй ғына ағып торһа – йөҙ илле литр! Статистика мәғлүмәттәре буйынса, бер ҡалала бер көн эсендә бындай вайымһыҙлыҡ арҡаһында һикһән миллион литр һыу юҡҡа сыға! Йәнә яҙ етеү менән ҡар ҡапыл ирегән осраҡта һыу баҫыуҙан, ташҡын мәлдәрендә яр ситендә йөрөргә, боҙҙа шыуырға ярамағанлығы хаҡында ла белде балалар. Һыуҙы һаҡларға һәм уның менән һаҡ булырға ла кәрәк!
Тамсылар ролендә сығыш яһаған Кәрим Карамов, Алина Тулыбаева, Әмир Рәзәпов һәм Даниэлла Ермишиналар һыуға бәйле башҡорт халыҡ мәҡәл һәм әйтемдәре менән дуҫтарын таныштырҙылар.
Айгөл ГӘРӘЕВА,
Зилиә ХАФИЗОВА,
тәрбиәселәр.
Өфө ҡалаһы,
166-сы башҡорт балалар баҡсаһы.