+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
21 Апрель 2025, 05:10

Йодтың шәп ашлама икәнен белә инегеҙме?

Йодтың иретмәһе помидор үҫентеләрендәге күп кенә сирҙәргә ҡаршы көрәшҽү өсөн бик файҙалы.

Йодтың шәп ашлама икәнен белә инегеҙме?Йодтың шәп ашлама икәнен белә инегеҙме?
Йодтың шәп ашлама икәнен белә инегеҙме?

10 литр һыуға 10 тамсы йод, бер литр эремсек һыуы (йәки әсегән һөт) һәм ярты сәй ҡалағы бор кислотаһы өҫтәп яһайҙар. Барыһын бергә болғатып, помидор үҫентеләренә һибәләр. Былай эшләгәндә, помидор уңышы мул буласак, үҫентеләр фитофтора менән дә сирләмәйәсәк. Иретмәне ҡулланыу ваҡытына килгәндә,  беренсе тапҡыр уны помидор үҫентеләре сәскә атҡас һибәләр. Бер-ике аҙнанан был эште яңынан ҡабатлайҙар. Ғөмүмән, үҫентеләр сәскәлә ултырғанда, 4–5 тапҡыр бөркөргә кәрәк. Йод иретмәһен шулай уҡ ҡыяр, баклажанға ла ҡулланырға була.

Сығанаҡ: “Һәнәк” журналы.

Фото: З. ХӘКИМОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас