

Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр.
Муйыл сәскә атһа, көн һалҡынайыуын көт.
Май айы һалҡын булһа, игенгә – туҡлыҡ, себенгә юҡлыҡ булыр.
Болот юлланып торһа – ямғырға.
Ямғыр яуһа, ергә май.
Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр.
Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы килер.
Был айҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.
Торна бейеһә, һауа йылыныр.
Бүҙәнә ҡысҡырһа, бойҙай уңа.