+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
12 Май 2025, 11:35

Ямғырҙар була әле

Алдағы өс көндә республикала күк күкрәп, ямғырҙар яуыуы фаразлана.

Ямғырҙар була әлеЯмғырҙар була әле
Ямғырҙар була әле

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, урыны менән бер аҙ ямғыр көтөлә, төбәктең көньяғында уртаса күләмдә, күк күкрәп яуасаҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта көсәйеүсән. Һауа температураһы +14,+19 градус тәшкил итәсәк. Шишәмбе көндө, 13 майҙа, урыны менән күк күкрәп, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы фаразлана. Ел төньяҡ-көнсығыштан тыныс, күк күкрәп ямғыр яуғанда көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә –  +5,+10°, көндөҙ – +10,+15°, көньяҡта +16,+21°. 14 майҙа, республиканың ҡайһы бер райондарында шулай уҡ күк күкрәп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә +6,+11°, көндөҙ +15,+20° градус йылы.

Әлегә яҙ һалҡын килә инде. Боронғолар: "Май һыуыҡ булһа, йыл игенле булыр", – тигән. Шуға күрә көндәрҙең һалҡынса тороуын яҡшыға юрайыҡ.

Сығанаҡ: интернет селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас