

Сәскә атыусы миләшкә бал ҡорттары күпләп йыйылһа, иртәгеһенә һауа торошо һәйбәт булыр.
Әгәр турғай ояһын ерҙә ҡора икән, йәй – бик ҡоро, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була.
Әгәр һандуғас төнө буйына һайрай икән, икенсе көндө көслө ел буласаҡ.
Июндә туғайҙан салғы тотоп үтһәң, июль баҫыуҙан ураҡ тотоп үтерһең.
Турғайҙар сыр-сыу килеп осһа, үҙ-ара һуғышһа, ямғыр яуыр.
Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.
Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙонға һуҙылыр.
Ҡарлуғас йәй башлай, һандуғастан йәй тамамлана.
Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп булыр.
Был ай йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.
Июнь айы йылы булһа, уңыш уңыр.
Июндәге ямғырҙар алтын тауға тиң.
Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла.