+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
8 Июнь 2025, 08:05

Йәш баҡсасыға кәңәштәр

Июнь айында баҡса эштәренең иң ҡыҙған мәле. Үҙегеҙҙең йәшәгән төбәккә хас һауа торошона ҡарап, үҫентеләрҙе асыҡ һауаға сығарыу ваҡытын билдәләргә кәрәк.

Йәш баҡсасыға кәңәштәрЙәш баҡсасыға кәңәштәр
Йәш баҡсасыға кәңәштәр

Ағастарҙы тәрбиәләү


Июндә барлыҡ олонло ағастар емешкә төймәләнә. Тимәк, уларға һыу һәм файҙалы матдәләр кәрәк. Көн һайын, әммә ерҙең өҫкө ҡатламын ғына дымлап сығырлыҡ итеп һыу ҡойһағыҙ, тамырҙар тәрәнгә китмәй, өҫтә генә ята. Ҡоролоҡ осоронда бындай ағастар ныҡ зыян күрә. Ҡышын да тамырҙар өшөүе ихтимал.
Ағастарҙы йәй уртаһына тиклем азотлы ашламалар менән туҡландырырға мөмкин. Тиҙәкте һыуға болғатып һибеү тупраҡты азот менән байытасаҡ. Азофоска (нитроаммофоска) кеүек составында азот, фосфор, калий булған ашламалар ҙа ярай. Шулай уҡ макро ғына түгел, микроэлементтар булған комплекслы ашламалар ҡулай. Тик азотлыһын күп ҡулланмағыҙ, был ағастарҙың көсөн икенсе юҫыҡҡа йүнәлтәсәк, ул күп итеп япраҡ ярасаҡ, үҫентеләр ебәрәсәк. Артыҡ үҫентеләр күп икән, шулай уҡ көҙҙө көтмәйенсә уларҙы ҡырҡығыҙ, сөнки ағас­тың көсөн алалар.
Июндә ағастарҙы зарарлы бөжәктәр баҫып алыуы ихтимал. Шуға ла көн һайын уларҙы ҡарап торорға кәрәк.


Йәшелсәләрҙе тәрбиәләү

Был ваҡытта йәшелсә баҡсаһында ла эш күп. Нығынып килгән үҫентеләрҙе сүп үләндәренән таҙартыу мәле етте. Бер утап алһағыҙ, аҙаҡ еңелерәк буласаҡ. Шулай уҡ көн һайын түгел, аҙнаһына 2 тапҡыр, әммә һеңдергәнсе һыу ҡойоу яҡшы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас