+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
9 Июнь 2025, 04:05

Йәйен тотҡан малай

Ошо көндәрҙә интернет селтәрендә ҙур йәйен тот­ҡан малай хаҡында видеотаҫма барыһын һоҡландырҙы. Был яҙманы уның әсәһе Розалиә Алсынова төшөрөп социаль селтәргә һалыуы була, хәбәр тирә-яҡҡа тиҙ генә таралып та китә.

Йәйен тотҡан малайЙәйен тотҡан малай
Йәйен тотҡан малай

Эйе, ысынлап та, ғәжәп күренеш! Ә йәйендең ҙурлығы һуң? Ул нисек Һаҡмар йылғаһына килеп сыҡты икән?..
Баймаҡ районы Әбделкәрим мәктәбенең VII cиныф уҡыусыһы Ғәҙел Алсынов тотҡан был ҙур йәйенде.
–Беҙ Һаҡмар буйында йәшәйбеҙ. Мәсеттән ҡайтып барһам, йылғала бер нәмә сайҡала. Ныҡ ҡына итеп сәбәләнгән һымаҡ та. Тиҙ генә ҡайтып, балыҡсылар кейемен кейеп килдем. Мин тәүҙә суртан балығы, тип уйлағайным. Был йәйен үҙемде лә һөйрәп алып китә яҙҙы әле. Бигерәк ҙур! Беҙ йылға буйында ҡысҡы­рыш­ҡанға әсәйем йүгереп килеп етте. Ул тиҙ генә видеоға төшөрөп алды. Аҙаҡ Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләгән атайыма ебәргән. Шулай тиҙ генә таралған да киткән йәйен тотҡан мәлем, – ти көлөп Ғәҙел.
Ғәҙел Алсынов – бәләкәйҙән тырыш, ныҡышмал, ярҙамсыл малай. Алдына алғанын эшләмәйенсә ҡуймай. Балалар баҡсаһынан алып төркөм, ауыл, төбәк, район, республика кимәлендә уҙғарылған сараларҙа әүҙем ҡатнашып, гел приз­лы урындар яулай. Мәктәптә үткәрелгән спорт ярыштарынан да еңеү яулап ҡайта икән. Районда ойошторолған «Башҡорт малайы» бәйгеһендә ҡатнашып, Гран-при яулаған. Уҡыуҙа ла һынатмай, тик яҡшы билдәләргә генә уҡый.
Спортты ярата, хоккей уйнарға әүәҫ. Ҡыш көнө Һаҡмар йылғаһы туңғас, үҙенең тырышлығы менән хоккей өсөн урын эшләгән. Дуҫтары, ҡустыһы һәм ағалары менән рәхәтләнеп уйнағандар.
— Улым ике ҡартатаһына оҡшап балыҡ тоторға әүәҫ. Үҙенә төрлө балыҡтар эләгеп тора. Инсаф ағаһы менән ҙур ғына сазан балығы ла тоттолар әле. Ә был йәйене иң ҙур табышы булды инде улымдың. Суртан эләктермәйенсә ҡайтмайым, тип сығып китә һәм барыбер тотоп ҡайта. Улым тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта бул­ғас, йыш ҡына балыҡтарҙы йәлләп, йылғаға кире ебәрә, – ти әсәһе.
Йыр-моңға ла оҫта ул. Мәсеткә йөрөп унда ла бәйгеләрҙә ҡатнаша. Атаһы намаҙҙа бул­ғас, уға эйәреп сүрәләр ятлай. Үҙен ауылдың инәй­ҙәре лә яратып ҡына тора. Ярҙамсыл, ихлас Ғәҙел уларға ла ҡулынан килгәнсе ярҙамлаша. Бына шундай шәп малай үҫеп килә Әбделкәрим ауылында.


Зөһрә ХӘКИМОВА.

Йәйен тотҡан малай
Йәйен тотҡан малай
Йәйен тотҡан малай
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас