

Көндәр бигерәк матур шул, сәйәхәткә сыҡҡы килеп кенә тора. Бөрйәндәге билдәле мәмерйәбеҙгә лә халыҡ ағыла. Айырыуса ял көндәре, инеү хаҡы юғары булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ күп. Ә көнөнә 1400 кешенән артыҡ индереү тыйыла - ҡағиҙә шундай. Етәкселек эш көндәрендә килергә тәҡдим итә. Ә һеҙ быйыл мәмерйәлә булдығыҙмы?