+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
24 Июль 2025, 09:09

Олатайҙар шөғөлөн үҙ итеп

Башҡорт халҡы борон-борондан умартасылыҡ менән ҡыҙыҡһынған. Ҡорт балын көнкүрештә, халыҡ медицинаһында ҡуллана белгәндәр.  Боронғо шөғөлдө бөгөн дә уңған, бөтмөр кешеләр дауам итә. Өфө районы Шамонин мәктәбенең Шайморатов синыфында уҡыусы Ғабдуррахман Тайсин – тап шундай шәп егеттәрҙең береһе.

Олатайҙар шөғөлөн үҙ итепОлатайҙар шөғөлөн үҙ итеп
Олатайҙар шөғөлөн үҙ итеп

Оҙайлы йәйге каникулдар ул – киләһе уҡыу йылына көс туплау, ял итеү мәле генә түгел ул. Уңған уҡыусылар был осорҙа ата-әсәләренә ярҙамлаша йә төрлө эштәрҙә үҙен һынап ҡарай. Ғабдуррахман да шулай. Көн оҙонона ата-әсәһе эштә саҡта бал ҡорттарын ҡарау уның яуаплылығында. Ҡорт айыра башлаһа, һыу һибеп уларҙы тынысландыра, тубалға махсус шыйыҡса һөртөп, күсте тота. Кисен, атаһы эштән ҡайтҡас, уларҙы умартаға икәүләшеп ябалар. Ҡорттар тыныс ҡына бал йыйған ваҡытта Ғабдуррахман рамдарҙы таҙарта, буш умарталарҙы йыуып, әҙерләп ҡуя.

– Бал ҡорттары тәртипте, таҙалыҡты ярата. Һауа торошона ҡарап уларҙың кәйефен билдәләргә, ҡыланыштарын аңларға мөмкин. Әгәр ҙә эргәләренә барғанда һинән ниндәйҙер еҫ сыға икән, улар быны шунда уҡ аңғарып ҡалып сағасаҡ. Шуға ла өҫ кейемең таҙа булыуы мотлаҡ. Йәнә бал ҡорто тотҡан кешегә етеҙлек, сослоҡ талап ителә. Уларға ҡарап тәбиғәтте, тереклекте өйрәнәм. Ата-әсәйемдең был эште миңә ышанып ҡалдырып китеүе миңә яуаплылыҡ өҫтәй. Мин уларҙың ышаныстарын аҡларға тырышам. Бал ҡорттары ғаиләһендә һәр бер ҡорттоң үҙенең тәғәйен эше бар. Беҙҙе лә ата-әсәйем хеҙмәт аша тәрбиәләй һәм йыл дауамында йортто, урамды тәртиптә тотоуҙа барыбыҙ ҙа ҡатнашабыҙ,  – ти Ғабдуррахман. 

Ғөмүмән, Тайсиндарҙың ғаиләһенә умартасылыҡ шөғөлө ике яҡлап та яҡшы таныш. Ейәнсура районының Сирғол ауылында элек Әхмәтғариф Фәттәх улы менән Әнзинә Исмәғил ҡыҙы, Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында йәшәүсе Мәүлимбирҙе Хәйретдин улы менән Минзилә Миңлеғәле ҡыҙы ла ҡорт тотҡан. Тимәк, Ғабдуррахман өсөн был шөғөл олатай-өләсәйҙәренән ҡалған һөнәр тип әйтергә лә була. Ҡартатаһынан – атаһына, атаһынан улына тапшырыла килгән умартасылыҡ шөғөлөн киләсәктә үҙенең балаларына ла өйрәтер әле Ғабдуррахман.

– Әсәй, ҡорт янына барһаң, ныҡ итеп кейен, сағып ҡуймаһын! –  тип хәстәрләй улым. Миңә ҡарата иғтибарлы булыуы оҡшай. Атаһының уң ҡулы. Бөтөн эштәрҙе лә бергәләп башҡаралар, – тип маҡтай үҙен әсәһе.

Ата-әсәһе өсөн ярҙамсы, Наҙгөл менән Нургөл апаларына, Гөлнәзирә һеңлеһенә терәк-таяныс та ул. Намаҙ уҡыған, сүрәләрҙе яттан белгән, “Аманат” журналы ойошторған сүрәләрҙе яттан һөйләү конкурстарында күп тапҡырҙар I урын алған үҫмер егет яҡындары өсөн хәстәрлекле кеше була белә. Мәктәптә лә үҙен һынатмай. Математика, рус теле фәндәренән олимпиадаларҙа ҡатнаша, башҡорт телендә матур итеп һөйләшкәс, белем усағында үткәрелгән сараларҙа алып барыусы итеп ҡуялар. Бәләкәсерәк сағында балалар һәм башланғыс синыф уҡыусылары өсөн нәшер ителгән “Аҡбуҙат” журналының яңы һанына күҙәтеү яһаған видеолары аша ла күптәр уны белә. Биш йыллап грек-рим көрәше менән шөғөлләнә. Быйыл Ҡырмыҫҡалы районында үткән зона ярышында I урын яулай. Ҡышҡыһын – саңғыла, йәй көнө велосипедта йөрөргә ярата. Бал ҡортондай тырыш Ғабдуррахманға киләсәктә лә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеүен, алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешеүен теләйбеҙ.

Бал ҡорттары тураһында ҡыҙыҡлы факттар.

  1. Бер ҡалаҡ бал өсөн ике йөҙләп бал ҡортона көн дауамында эшләргә тура килә.
  2. Бер килограмм бал әҙерләү өсөн һигеҙ миллион самаһы сәскә кәрәк.
  3. Бал ҡорттары йыраҡҡа осһалар ҙа, умарталыҡҡа юлды һәр саҡ табалар.
  4. Алһыу төҫтәге бал ҡорттары саҡмай.
  5. Бал ҡорттары бер саҡрым йыраҡлыҡтан сәскәнең еҫен белә ала.
  6. Бал ҡорттары үҙ-ара аралаша, аңлаша белә.
  7. Познань тигән поляк ҡалаһында йөҙләгән боронғо умарталар һаҡланған бал ҡорто музейы бар.
  8. Ғалимдар ҡаҙылма эштәре барышында бал ҡорттары төшөрөлгән боронғо тәңкәләрҙе табалар.
  9. Бал ҡорто үҙенән ике тапҡыр ауыр булған әйберҙе күтәрә ала.
  10. Бал ҡорто менән сәскәләр араһындағы бәйләнеш донъялағы төп мөғжизәләрҙең береһе булып һанала.
  11. Бал ҡорттары тарафынан үҫкән саҡта һеркәләндерелгән емеш-еләктең тәме башҡаларыныҡынан айырыла.
  12. Ҡорт балы – космонавтар һәм водолаздарҙың төп аҙыҡтарының береһе.
  13. Төтөн бал ҡорттарын тынысландыра. Әммә саманан тыш ҡулланғанда, уларҙы асыуландырырға мөмкин.
  14. Боронғо римдар итте һаҡлағанда ҡорт балы ҡулланғандар.
  15. Ҡорт балында төрлө файҙалы витаминдар, микроэлементтар бар. Улар кешенең организмында тулыһынса эшкәртелеп бөтә.
  16. Бал ҡортоноң биш күҙе бар.

 

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас