+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
1 Август 2025, 06:28

Мәтрүшкә - күп сиргә дауа

Мәтрүшкә – 30 – 80 сантиметр бейеклектәге, урман ситендә, тау биттәрендә үҫкән күп йыллыҡ үҫемлек. Элек-электән уны дарыу үләне итеп тә файҙаланғандар, сәйгә лә һалып эскәндәр. Мәтрүшкә елһенеүгә ҡаршы сара булараҡ ҡулланыла һәм башҡа осраҡтарҙа ярҙам итә. Тик түбән ҡан баҫымынан яфаланған кешеләргә, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға был үлән менән бик һаҡ булырға кәрәк.

Мәтрүшкә - күп сиргә дауаМәтрүшкә - күп сиргә дауа
Мәтрүшкә - күп сиргә дауа

Ғәҙәттә, мәтрүшкә июль-август айҙарында сәскә ата, ә ҡайһы берҙә хатта сентябрь урталарына тиклем дә барып етә. Дарыуға һәм сәй итеп эсергә егерме-утыҙ сантиметр оҙонлоҡтағы сәскәле һабаҡтар ҡулланыла, уларҙы ҡайсы менән ҡырҡыу уңайлы.

Мәтрүшкәне, ғәҙәттә, иртәнсәк, ямғырһыҙ көндә йыялар. Шулай уҡ йыйыу урынының юл һәм заводтарҙан мөмкин тиклем алыҫтараҡ булыуы мөһим. Әгәр ҙә ысыҡ төшһә, үләндәрҙең кипкәнен көтөргә кәрәк. Уны пакеттарға түгел, һаламдан йәки талдан үрелгән кәрзингә һалғанда үлән боҙолмай ҙа, күгәрмәй ҙә.

Артабан мәтрүшкәне ҡояш нурҙары тура төшмәгән урында киптерәләр. Электән килгән ысул – үләнде шәлкемгә бәйләп, сәскәләрен аҫҡа ҡаратып элеп ҡуйыу. Мәтрүшкәне бер-ике сантиметрлап турап, ике ҡатлы марля өҫтөндә лә киптереп була, иң мөһиме – ваҡыт-ваҡыт әйләндереп тороу.

Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас