+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
5 Август 2025, 07:20

Август айына халыҡ һынамыштары

5 августа күктә ҡаурый һымаҡ болоттар күренһә, көндәр һалҡынайта.

Август айына халыҡ һынамыштарыАвгуст айына халыҡ һынамыштары
Август айына халыҡ һынамыштары

 Алтыһында кәкүк түбәндән осһа – ямғырға. Күктә ҡаурый һымаҡ болоттар күренһә, көндәр һалҡынайта.
 Етеһендә иртә һыуыҡ булһа, ҡыш та шундай булыр.
 Һигеҙендә имән сәтләүеге күп булһа, йыл уңышлы килер.
 Туғыҙында тиреҫ ҡуңыҙы аҫтан осһа, көндәр матур торор.
 Унында ҡырмыҫҡалар ояһын ҙурайта башлағанын тап итһәгеҙ, тимәк, ҡыш иртә һәм һыуыҡ килер.
 11 августа өлгөргән һоло икенсегә йәшелләнһә, көҙ ямғырлы булыр.
 Ун икеһендә һауа бөркөү, томра торһа, себен-серәкәй әсе тешләшһә – ямғырға.
 13 августа ямғыр алдынан йәйғор ҡалҡһа, көн оҙаҡҡа боҙолор.
 14 август ниндәй булһа, 28-ҙе лә шундай булыр.
 Ун бишендә ел төшкә ҡәҙәр ҡояш ыңғайына әйләнеп, төштән һуң киреһенсә боролһа – аяҙ көндәргә ишара.
 16 август ниндәй – 19 декабрь шундай.
 17 августа ниндәй һауа торошо торор – ноябрь ҙә шундай булыр.
 18 августа көндөҙ аяҙ булып, кискә табан болоттар ҡуйырһа, һауа торошо боҙолор.
 19 августа көн нисек – 14 октябрь һәм ғинуар шулай килер.
 20 августа иртән күтәрелгән томан ҡояш ҡалҡҡас таралып бөтһә, көндәр яҡшы торор.
 Егерме берендә көслө ел ҡалҡһа, аҙна-ун көн тирәһе елле булыр.
 Егерме икеһендә августа ысыҡ ни тиклем күп төшһә, иртәгәһенә шул ҡәҙәр эҫе булыр.
 23 августа йылға-күлдәр өҫтө тыныс торһа, ҡыш буранһыҙ килер. Көн уртаһында тулҡын күренһә, ҡыш һыуыҡ булыр.
 24 августа ҡояш ҡалҡҡанда ямғыр яуһа, ул бер нисә көнгә һуҙылыр.
 Егерме бишендә ямғыр яуһа, әбейҙәр сыуағы ҡыҫҡа булыр. Йылы һәм аяҙ булһа – аҡ бәшмәк уңыр.
 26 августа төнө буйы ябалаҡ ҡысҡырһа, һауа торошо үҙгәрә.
 27 августа йомшаҡ ел иҫһә – аяҙ көнгә. Ел көслө булһа, сентябрь һалҡын һәм ямғырлы килер.
 28 августа көн матур торһа, 13-21 сентябрҙә ямғырлы булыр.
 29 августа торналар йылы яҡҡа китеп бөтһә, 14 октябргә һалҡын булыр.
 30 августа сәтләүек уңышы мул булһа, киләһе йыл арыш уңа тиҙәр

 Сығанаҡ: "Ағиҙел" журналы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас