+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
18 Август 2025, 12:04

Файҙаһын ғына күрәйек!

Мәтрүшкәләр, кипкән мәтрүшкәләр, Йыраҡтарҙан әсәй ебәргән, – тип йүгереп йөрөп мәтрүшкә йыйыусы был ҡыҙ Айзилә Хәсәнова булыр. Ул Учалы ҡалаһының Салауат Низаметдинов исемендәге сәнғәт колледжының I курсын тамамланы. Йәй бер көнөн дә бушҡа үткәрмәй: еләк , үләндәр ҙә йыя.

Файҙаһын ғына күрәйек!Файҙаһын ғына күрәйек!
Файҙаһын ғына күрәйек!

Атаһы Айнур һәм әсәһе Светлана менән бергәләп урмандан ҡайтып инә белмәйҙәр. Һәр бер һуҡмаҡ, һәр бер таш беҙгә таныш, ти улар.

 – Үләндәрҙе ике ҙур төркөмгә бүлергә мөмкин : сәй һәм дарыу үләндәре. Сәйҙәр, әлбиттә, дарыу үҙенсәлектәренә эйә, әммә уларҙы, дарыуҙарҙан айырмалы рәүештә, даими эсергә мөмкин. Беҙ ҡағыҙ ҡаптарға һалып һатып та ебәрәбеҙ. Хатта заказ да бирәләр. Бигерәк тә һары мәтрүшкәне яраталар. Кейәү үләненән, бөтнөктән сәй ифрат тәмле. Ғөмүмән, магазиндан сәй һатып та алғаныбыҙ юҡ, үҙебеҙ әҙерләйбеҙ.

Үлән сәйе – организм һәм йән өсөн ләззәт. Хуш еҫле һәм тәмле булған был эсемлектәрҙе күптәр ярата. Үләндәр менән дуҫ булғас, ауырыу ҙа беҙҙе ситләп үтә, ти Хәсәновтар.

Айзилә натюрморт, пейзаж төшөрөргә ярата. Тәбиғәттең бар матурлығын күрә белергә генә кәрәк, уны һаҡлау ҙа мөһим, тип тырыша ул.

Файҙаһын ғына күрәйек!
Файҙаһын ғына күрәйек!
Файҙаһын ғына күрәйек!
Файҙаһын ғына күрәйек!
Файҙаһын ғына күрәйек!
Файҙаһын ғына күрәйек!
Файҙаһын ғына күрәйек!
Файҙаһын ғына күрәйек!
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас