

«Аҡҡоштар иң тәүҙә бер ихата алдына килеп ултырған. Асыҡҡандыр, тип уйлап, уларҙы ашатҡандар һәм тоҡҡа һалып ауыл осондағы быуаға ебәргәндәр. Бөгөнгө көндә быуа янында йәшәгән бер хужалыҡҡа килеп-китеп йөрөйҙәр икән. Кешенән ҡурҡмайҙар», — ти ул.
«Аҡҡоштар иң тәүҙә бер ихата алдына килеп ултырған. Асыҡҡандыр, тип уйлап, уларҙы ашатҡандар һәм тоҡҡа һалып ауыл осондағы быуаға ебәргәндәр. Бөгөнгө көндә быуа янында йәшәгән бер хужалыҡҡа килеп-китеп йөрөйҙәр икән. Кешенән ҡурҡмайҙар», — тип һөйләгән «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Вәсилә Мәмбәтова.
Быға тиклем экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре иһә аҡҡоштарҙы ҡулға эйәләштермәҫкә кәңәш итә.
Тимәк, аҡҡоштарҙы ҡулға эйәләштерергә ярамай.
«Аҡҡоштарҙы ашатмағыҙ, был уларҙың ғүмере өсөн хәүефле. Ҡыуып ебәрегеҙ һәм белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ», — ти экологтар.
Сығанаҡ һәм фото: «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзите.