

Дөйөм акция көнө тип 27 сентябрь билдәләнгән. 4 мең эре ағас һәм 40 мең ҡыуаҡ ултыртыу планлаштырыла. Тематик аллеялар ҙа булдырыла. Район һәм ҡалаларҙа урындар билдәләнгән дә инде.
Мәҫәлән, Туймазы районында ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә арналасаҡ.
Акция өсөн үҫенделәр Урман хужалығы министрлығының питомниктарынан һәм коммерция ойошмаларынан алынасаҡ.
Фото: com/impf.