+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
28 Сентябрь 2025, 14:40

Ағастар ултыртылды

27 сентябрҙә республикала "Йәшел Башҡортостан" экологик акцияһының берҙәм өмә көнө үтте.

Ағастар ултыртылдыАғастар ултыртылды
Ағастар ултыртылды

Унда барлығы 35 мең кеше ҡатнашты. 5,2 мең эре ағас, 53 меңдән ашыу ҡыуаҡ ултыртылды.
67 яңы тематик аллея барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, Бүздәк районында - "Атай һуҡмағы" һәм "Атай паркы", Ҡырмыҫҡалыла - "Атайҙар аллеяһы", Хәйбулла районында "МХО-ла ҡатнашыусыларға аллея" ултыртылды. Нефтекамала иһә "Хеҙмәт даны аллеяһы", Күмертауҙа "Еңеүҙең 80 йыллығы", "Спорт аллеяһы" барлыҡҡа килде.
"Йәшел Башҡортостан" акцияһында уҡыусылар ҙа әүҙем ҡатнашты. Фотола Белорет ҡалаһындағы 20-мәктәп кадеттарын күрәһегеҙ.

Республикабыҙҙа акцияның көҙгө этабы 4 октябргә тиклем барасаҡ.

Фото: com.
 

 

Ағастар ултыртылды
Ағастар ултыртылды
Ағастар ултыртылды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас