Хөрмәтле ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы был ваҡиғаға айырыуса ҙур әһәмиәт һәм тантаналылыҡ бирҙе. Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Марат улы Мәүлетбирҙин, Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арслан Нәзир улы Шәһәретдиновтың да килеүҙәре матур күренеш булды. Уларға ҡарап, тәбиғәтте яратырға һәм һаҡларға тейешбеҙ, тип уйлап ҡуйҙым.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәриф Ғәҙи улы Мөсәғитов, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың да булыуы батырлыҡ һәм Ватанға тоғро хеҙмәт өлгөһө булып тора.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһында әсәйем менән беренсе тапҡыр ҡатнаштым. Миңә күмәкләп эшләү бик оҡшаны. Йыл һайын был акцияларҙа ҡатнашасаҡмын. Бергәләп ултыртҡан ағастар киләсәктә шаулап үҫеп китер, ауылыбыҙҙы матурлап торорҙар, тип уйлайым.
Асҡар ЙӘЛИЛОВ,
III синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.