-25 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
30 Сентябрь 2025, 14:15

Яҡшымбәттәр — көҙгө йәрминкәлә

Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбе уҡыусылары ла көҙгө йәрминкәлә әүҙем ҡатнашты. Баҡсала үҫтерелгән йәшелсә-емештәр, һөт ризыҡтары, төрлө һут-ҡайнатма, ҡамырҙан бешерелгән төрлө тәмлекәстәр үҙ һатып алыусыларын тапты.

Яҡшымбәттәр — көҙгө йәрминкәлә
Яҡшымбәттәр — көҙгө йәрминкәлә

Балаларға, төрлө тәм-том бешергән әсәйҙәргә һәм йәрминкәне ойоштороуға ярҙамлашҡан атайҙарға ҙур рәхмәт, әйтә мәктәп уҡытыусылары. Һатыуҙан алынған килемдең бер өлөшө МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам өсөн тотоноласаҡ икән.

— Беҙ көҙгө йәрминкәгә тырышып әҙерләндек. Үҙем стаканлап һут һаттым. Ныҡ оҡшаны. Әлбиттә, әсәйҙәребеҙ ҙә ярҙам итте. Бындай сараларҙа гел әүҙем ҡатнашабыҙ. Етәксебеҙ Динә Рәзиф ҡыҙы Лапина изгелек эшенә дәртләндереп кенә тора, — ти III синыф уҡыусыһы Ислам Кинйәғолов.

Әйткәндәй, улар һалдаттарға бер нисә тапҡыр окоп шәмдәре эшләп ебәргәйне инде. Афарин!

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Яҡшымбәттәр — көҙгө йәрминкәлә
Яҡшымбәттәр — көҙгө йәрминкәлә
Яҡшымбәттәр — көҙгө йәрминкәлә
Яҡшымбәттәр — көҙгө йәрминкәлә
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас