Краснокама районы Николо-Березовка ауылынан Самира Миәссәрова "Экодонъя" номинацияһында II урын яулаған. Ҡыҙ спорт буйынса ла һынатмай: еңел атлетика буйынса спорт мастерлығына кандидат.
Благовещендан ете йәшлек Эвелина Кәримова "Өй шарттарында ҡырмыҫҡа фермаһы" тигән проекты менән һоҡландырған. Шул уҡ ҡаланан Кирилл Малышевтың конкурс эше пластик ҡапҡастарҙы эшкәртеү менән бәйле. Благовещендан Айнур Шәйхинуров, Глеб Чернецкий, Белореттан Карина Саргасян, Ишембайҙан Аделина Әлибаева ла конкурстың махсус призына лайыҡ булған. Әйткәндәй, премияға өлкәндәр ҙә эштәрен ебәрә ала.
"Экология - һәр кемдең эше" конкурсының алтынсы миҙгеленә эштәр августа ҡабул ителә башлаған. Ҡатнашығыҙ, дуҫтар. Еңеүселәр һәм призерҙар бүләккә Ҡара диңгеҙ буйына юлламалар, ҡиммәтле бүләктәр ала. Шулай уҡ илебеҙҙең 150 юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренә өҫтәмә балл ҡушыла, түләүһеҙ уҡыу мөмкинлеге бирелә.
Проекттың сайты - https://экологияделокаждого.рф/
Фото: vk.com.