-25 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
7 Ғинуар , 22:34

Ҡоштарға - Яңы йыл тағараҡтары

Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Яңы йыл алдынан балалар өсөн ҡыҙыҡлы конкурс ойошторҙо. «Ашай торған тағараҡ» тип атала ине ул.

Ҡоштарға - Яңы йыл тағараҡтары
Ҡоштарға - Яңы йыл тағараҡтары

Маҡсат – ҡоштарға һыуыҡта ярҙам итеү, йәш быуындың экологик белемен арттырыу, тирә-яҡ мөхиткә миһырбанлы булырға өйрәтеү. Яңы йыл тағарағын эшләү конкурсында Бөрйән районынан ғына түгел, Белорет районы Үҙән приютынан, Әбйәлил районы Ташбулат ауылының «Шатлыҡ» балалар баҡсаһынан да ҡатнашҡандар.

6 – 14 йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙарҙан 100-ҙән ашыу ижади эш ҡабул ителгән. Улар, әлбиттә, барыһы ла ҡоштар ашарлыҡ ризыҡтарҙан байрамса итеп эшләнгән. Бөтәһенән дә йылылыҡ, байрам кәйефе бөркөлә (һүрәттәрҙә). Мәҫәлән, Иҫке Собханғолдан 6 йәшлек Илгиз Теләүбаевтың тағарағы симешкә, сәтләүектәрҙән ҡулса формаһында яһалып, ҡып-ҡыҙыл миләш емештәре менән биҙәлгән. Ә Иҫке Мөсәт мәктәбе уҡыусыһы Илсаф Уразаев ҡыйығын шыршы менән ябып, ҡоштар өсөн сынъяһау йорт төҙөп ҡуйған. Бик матур килеп сыҡҡан, шулай бит?! Был ике эштең авторҙарына баһалама комиссияһы ағзалары I урын биргән.

«Ашай торған тағараҡ» конкурсы еңеүселәрен һәм призёрҙарын ҡурсаулыҡ базаһына саҡырып бүләкләгәндәр. Бындай саралар балаларҙа тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

Фото: com.

vk.com/bashzapovednik

Ҡоштарға - Яңы йыл тағараҡтары
Ҡоштарға - Яңы йыл тағараҡтары
Ҡоштарға - Яңы йыл тағараҡтары
Ҡоштарға - Яңы йыл тағараҡтары
Ҡоштарға - Яңы йыл тағараҡтары
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас