-25 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
12 Ғинуар , 14:16

Ҡарабаш турғай

Өйҙә инем. Бер мәл тәҙрәгә күҙ һалғайным, ағас ботағында матур ғына ҡарабаш турғай ултыра.

Ҡарабаш турғай
Ҡарабаш турғай

Һары ғына түшле, ҡалған яғы ҡара төҫтә. Суҡышы осло, әммә бәләкәй генә. Нәҙек кенә аяҡтары ағас ботағына ныҡ итеп йәбешкән. Ул төймәләй генә ҡара күҙҙәре менән миңә ҡарап тор­ҙо-торҙо ла тағы ла яҡыныраҡ осоп килде. Ҡыбырламаҫҡа тырышып, уны күҙәтәм. Тик ҡапыл нимәнәндер ҡурҡыпмы, ҡарабаш турғайым осоп китте.
Кис етеп килгәндә тағы бер ҡараным тәҙрәгә. Теге ҡошсоҡ, мине генә көткәндәй, кире осоп килеп, ҡаршылағы ағас ботағына ҡунды. Тәҙрә быялаһы аша яҡындан ғына ҡарап тора.
Бынан алда ла баш­­ҡа ҡоштарҙың тәҙрәне килеп сиртеп киткәндәре була тор­ғайны. Әммә был юлы турғай тап мине күҙәткәндәй ине.

Алтынай АҠМАНОВА, йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы,
Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас