Акцияның маҡсаты — райондың бөтә ауыл биләмәләрендә йәшәүселәрҙе изге эшкә йәлеп итеү.
Билдәле халыҡ экологы, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры кәңәшсеһе Миҙхәт Хәсәнов етәкселегендә районда ун етенсе тапҡыр «Балыҡты тонсоғоуҙан ҡотҡарабыҙ» экологик акцияһы үткән.
Эш башлар алдынан Миҙхәт Рауил улы уҡыусыларға проблеманың асылын аңлатып:
— Ҡалын боҙ аҫтында зарарлы газ йыйылғас, балыҡ өсөн кислород етмәй башлай, — тип һөйләй ул. — Шуға ла әлеге акцияны балыҡтарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн ойошторабыҙ бит инде. Яҙғыһын һыу ятҡылыҡтарында йәшәүселәрҙең күпләп һәләк булмаһын өсөн дөрөҫ итеп мәке уйырға тейешбеҙ.
Миҙхәт Хәсәнов шулай уҡ балаларға үҙенең «Үрсе, мәрсен (осетр)!» Бөтә Рәсәй проекты тураһында һөйләгән. Ҡиммәтле балыҡ тоҡомдарын тергеҙеү буйынса был программа ҙур компанияларҙың ярҙамын алыуы һәм хатта Страсбургта халыҡ-ара форумда ла күрһәтелеүе хаҡында лә телгә ала. Миллионлаған себер мәрсене (бикре, тип тә әйтелә) селбәрәләре бөтә илдең экологияһын яҡшырта икән. Тимәк, һәм һәр беребеҙ был эштә туранан-тура ҡатнаша ала бит.
Мәктәп уҡыусылары дөрөҫ итеп мәке уйырға өйрәнгән. Баҡтиһәң, тишек яһау ғына етмәй икән. Тирә-яғын боҙҙан таҙартырға һәм һауа үтеп инерлек бушлыҡ ҡалдырып, ҡар йәки һаламдан тығыҙ ҡатлам менән ҡапларға кәрәк. Бындай «ҡапҡас» мәкенең тиҙ туңыуына ҡаршы тора һәм һыу ятҡылығын кислород менән тәьмин итә икән.
Эколог боҙҙа хәүефһеҙлек буйынса инструктаж да үткәреп, балаларға өлкәндәрһеҙ боҙға сығыуҙы ҡәтғи тыйған.
Бер көн эсендә йәш экологтар балыҡтар өсөн ун биш ҡотҡарыу ҡоролмаһы төҙөгән.
Афарин, ауырғазылар! Һеҙ — күптәргә өлгө!
Сығанаҡ һәм фото: «Рух» төркөмө.