+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
23 Ғинуар , 07:27

Селлә

Ҡышҡы селлә, йәйге селлә, тип һөйләйбеҙ. Был һүҙ фарсы теленән алынған икән.

СелләСеллә
Селлә

"Ҡырҡ" тигәнде аңлата. Әле - ҡышҡы селлә мәле. Йылдың иң һыуыҡ 40 көнө. 25 декабрҙән 5 февралгә тиклем дауам итә. 

Ә йылдың иң эҫе мәле - йәйге селлә 25 июндән 5 авгусҡа тиклем бара.

Әйткәндәй, әле ысын ҡыш һиҙелә, шулай бит? Ныҡ һыуыҡ, элек бындай көндәрҙә ауылда әсәйҙәрҙең арҡаларын йылы мейескә терәп, бәйләм бәйләп ултырғаны иҫтә ҡалған. Ә хәҙер бик һирәктәрҙә генә утын яғып, өй йылыталар. Замандар үҙгәрә...

Фото: sun.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас