-17 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
10 Февраль , 12:05

Ҡоштар — беҙҙең дуҫтар!

Ҡоштар беҙҙең тормошобоҙҙо матур тауыштары, һайрауҙары менән биҙәй, тәбиғәтте матурлай, кешеләргә лә ҙур файҙа килтерә.

Ҡоштар — беҙҙең дуҫтар!
Ҡоштар — беҙҙең дуҫтар!

— Ҡоштарҙы һаҡлау, уларға ярҙам итеү беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора. II - III синыф уҡыусылары менән «Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар» исемле экологик сәйәхәт үткәрҙек. Сара барышында уҡыусылар күсер, ҡышлаусы ҡоштарҙы иҫкә төшөрҙө. 

 «Ҡошто тауышынан таны», «Осто, осто!», «Яҙғы һүҙҙәр» исемле уйындар үткәрҙек. Ҡоштар тураһында йомаҡтар систек. Балаларға Башҡортостанда йәшәгән ҡоштар, уларҙың йәшәү шарттары тураһында мәғлүмәт бирҙек. Уҡыусылар менән ҡатырғанан тағараҡ эшләп, ҡоштарға ем бирҙек, - тип яҙа Баймаҡ районының Ишмырҙа ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең социаль селтәрендә. 

Фото: Ишмырҙа ауыл китапханаһы. 

Ҡоштар — беҙҙең дуҫтар!
Ҡоштар — беҙҙең дуҫтар!
Ҡоштар — беҙҙең дуҫтар!
Ҡоштар — беҙҙең дуҫтар!
Ҡоштар — беҙҙең дуҫтар!
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас