Әммә ҡояшлы, аяҙ көндәр арта, яҙҙың яҡынлашыуы һиҙелә. Марттың икенсе яртыһында ҡар әкренләп ирей башлаясаҡ. Быйыл нисек килер яҙ, бергәләп күҙәтәйек, дуҫтар!
Был айҙа йәшелсә үҫтереүсенең төп иғтибары асыҡ грунтта ултыртылырға тейешле йәшелсә культураларының үҫентеләрен өй шарттарында, иртә парниктарҙа, теплицаларҙа үҫтереүгә йүнәлә.
Өй шарттарында иртә өлгөрә торған помидорҙы үҫенте өсөн — март башында, һуң өлгөрөшлө сорттарын 18 – 22 мартта сәсергә, ә баклажан, баллы борос үҫентеләре инде март башында беренсе япрағын сығарып өлгөрөргә тейеш.
Шулай уҡ март башында парниктарҙа иртә өлгөрөшлө кәбеҫтә, йәшел килеш файҙаланыу өсөн редис, ҡыяҡлы һуған, салат һәм шпинат кеүек культураларҙы сәсеү башлана.
Йәшелсә үҫтереүселәр был айҙа шулай уҡ асыҡ грунт өсөн минераль ашламалар әҙерләүҙе дауам итергә, баҡсаларҙа ҡар һыуҙары тоторға тейеш. Ошо маҡсат менән битләүҙәрҙең ауыш яғына арҡыры рәүештә ҡар өҫтөнә һәр 2 метр һайын таҫма-таҫма итеп серетмә йәиһә көл һибергә, ҡарҙан валдар яһарға кәрәк. Март аҙаҡтарында теплицаларға рамдар ҡуйыу һәм уларҙы ике ҡатлап плёнка менән ябыу мотлаҡ. Был эште өлкәндәр менән бергә башҡарығыҙ.
Март аҙаҡтарында ҡайтыр ҡоштарыбыҙ — сыйырсыҡтар өсөн оя эшләп элергә лә онотмайыҡ.
Март айында баҡсала ла, өйҙә лә, теплицала ла мәшәҡәттәр арта. Тәҙрә төбөндә үҫә торған күп йыллыҡ культураларҙы һәм йәшел тәмләткестәрҙе (әсе борос, базилик, мелисса) күсереп ултыртыу ҙа кәрәк.
Бына шулай, дуҫтар, көндәр ҙә оҙоная, яҙғы мәшәҡәттәр ҙә арта.
Фото: Интернет селтәренән.