+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
10 Марта , 08:55

Һынамыштар

Март – яҙҙың беренсе айы.

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар

Әйҙәгеҙ, уның һынамыштарына күҙ һалайыҡ әле.

Был ай башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.
Март сыҡмай – дәрт сыҡмай.
Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
Мартта көн менән төн тиңләшә.
Марттың шартын апрель сығарыр.
Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.
Оҙон боҙбармаҡтар – яҙҙың оҙаҡҡа һуҙылыуына.
Ҡоштар йылы яҡтан көтөү-көтөү булып ҡайтһа – ныҡлы яҙға.
Ҡыр ҡаҙҙары бейектән осһа – һыу күп, түбәндән осһа, аҙ була.
Торналар иртә ҡайтһа, яҙ иртә килә.
Бал ҡорттары иртә оса башлаһа – һәйбәт яҙға.
Мартта ҡар яуһа, баҡса емештәре уңыр.
25 мартта ямғыр яуһа, арыш уңыр.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас