-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
11 Март , 10:05

Тәҙрә төбөндә - гөлдәрем

Ябай ғына ҡатнашма менән һулып барған гөлдө терелтеп була. Йомортҡаның ағын фай­ҙаланып та төнәтмә әҙерләргә мөмкин. Бының бер ҡыйынлығы ла юҡ.

Тәҙрә төбөндә - гөлдәрем
Тәҙрә төбөндә - гөлдәрем

Әҙерләү ысулы ошолай: 1 йомортҡа ағына 200 миллилитр (бер стакан) йылы һыу ҡойоп, яҡшы итеп бол­ғатҡандан һуң бер аҙна төнәтергә. Һуңынан был төнәтмәгә ике литр һыу өҫтәп, гөлдәргә һибергә кәрәк.
Гөлдәр өсөн тағы бер файҙалы төнәтмә: 10 грамм ҡоро сүпрәгә бер литр йылы һыу ҡойоп, бер нисә сәғәт йылы урында тоторға. Уның төбөнә сүпрәле төнәтмә һибеү микроорганизмдарҙың әүҙемлеген көсәйтә. Азот һәм фосфор бүленеү һөҙөмтәһендә органик есемдәрҙең минералға әүерелеү процесы тиҙләтелә. Гөлгә бер процентлы сүпрә төнәтмәһе һибеү бер миҙгеллек комплекслы ашлама индереүгә тиң.
Ҡулланып ҡарағыҙ, гөлдәрегеҙ шау сәскәгә күмелер.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас