Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле-ямғырлы булыр.
Апрелдә йылғаларҙа боҙ шәп аҡһа, уңыш яҡшы булыр.
Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.
Апрелдең һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул булыр.
12 апрелдә бәпембә сәскә атһа, йәй ҡыҫҡа булыр.
Автор фотолары (2025 йыл, апрель).