+7 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
3 Апрель , 16:19

Ҡырағай хайуандар арта

Һуңғы йылдарҙа ҡыр хайуандары ауылдарға, хатта ҡалаларға йыш ҡына яҡын килә. Балалары үҫә төшкәс, үҙҙәренә үҙҙәре аҙыҡ табып өйрәнһен, тип инәләре уларҙы иреккә ебәрә икән.

Ҡырағай хайуандар арта
Ҡырағай хайуандар арта

Ә ваҡ хайуандар әлегә тәжрибәһеҙ, шуға ла кешеләр араһына барып сығалар. Республикала ҡырағай хайуандар ҙың күбәйеүе лә күҙәтелә. Был турала Башҡортостан Тәбиғәттән фай ҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә. Мәҫәлән, әле беҙҙә 2700 айыу, 700-гә яҡын бүре, 8,5 мең төлкө, 1300 һеләүһен, 36200 мышы бар. Ә шулай ҙа ҡабан сусҡалары әҙәйгән.

2025 йыл менән сағыштырғанда, айыуҙар - 2 тапҡырға, мышылар 1,9 тапҡырға артҡан. Бының сәбәптәрен һунарсылар һаны кәмеүендә, браконьерлыҡ өсөн штрафтың артыуында, шулай уҡ урман дарҙың яңырыуында күрәләр. Йәғни ҡырҡылған ағастар урынына йәш үҫентеләр үҫә, ә был – айыу, мышы, боландар өсөн бына тигән аҙыҡ.

Министрлыҡ хәбәр итеүенсә, ҡырағай хайуандар ҙың һанын бер аҙ көйләү өсөн йыл һайын 2 меңдән ашыу төлкө, 200 бүре, 150 айыу аулау планлаштырыла. Хатта һунарсыларға аҡса түләйәсәктәр икән.

Фото: storage.myseldon.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас