Тәбиғәт мөйөшө
15 Апреля , 06:20

Ҡайын һыуы эсәбеҙ

Яҙ етеүен мин түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Ни өсөнмө? Сөнки тәбиғәт уяна, ер йәшеллеккә төрөнә. Бик күп файҙалы үләндәр менән ризыҡланып, витаминдар алаһың. Шулай уҡ яҙ көнө мин ҡайын һыуы йыйырға ла яратам. Йәшәгән еремдә ҡайындар бик күп үҫә. Шуға ла көн һайын ҡайын һыуы алып ҡайтам.

Ҡайын һыуы эсәбеҙҠайын һыуы эсәбеҙ
Ҡайын һыуы эсәбеҙ

Башта дәрескә барыр алдынан һауыт ҡуйып китәм. Ҡайтыуыма апаруҡ әҙер була. Әлбиттә, ҡайын ағасы зарарланмаҫлыҡ итеп тишеп, төрөпкә ҡуям. Ағып бөткән урынындағы тишекте пластилин менән ямайым. Улай эшләмәһәң, ағастың ҡороуы ихтимал.

Ҡайын һыуы шундай тәмле! Интернеттан уҡып, файҙаһы күп икәнен дә белдем. Организм өсөн витаминдар бирә икән. Беҙ ғаиләбеҙ менән ҡайын һыуын мунсанан сыҡҡас та эсәбеҙ. Туғандарымды ла шифалы һыу менән һыйлайым. Һыуытҡыста туңдырып та һаҡлайбыҙ.

 

Рәхимйән ҒӘЛИУЛЛИН, V синыф уҡыусыһы.

Белорет районы,

Шығай мәктәбе.

Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас