

Яҙ! Ошо ябай ғына һүҙҙе ишетеү менән күңелгә дәрт өҫтәлә, йөрәккә осҡон һалына. Тап ошо миҙгел, шағирҙар әйтмешләй, «тәбиғәттең кәләш кенә сағы». Бөтә донъя йәш: ағастар асыҡ йәшел яулыҡ бөркәнгән, болондарҙы, ҡырҙарҙы сәскәле сағыу балаҫ ҡаплаған, ҡоштар йылы яҡтан ҡайтып, тырышып-тырышып оя ҡора, бөжәктәр геүләшә.
Һәр миҙгел үҙенсә матур булһа ла, яҙ мине яңы тормошто сағылдырыуы менән үҙенә тарта. Минең өсөн яҙ – сафлыҡ, ябайлыҡ өлгөһө, мәңге йәшел, мәңге йәш миҙгел.
Алтынай АҠМАНОВА, йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы,
Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.