

Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, майҙа йылы йәйге көндәргә иҫәп тоторға кәрәкмәй. Беренсе декадала һауа температураһы көндөҙ +12 градустан артмаясаҡ, төндә ҡырау төшөүе лә ихтимал.
Майҙың икенсе декадаһында +19 градусҡаса йылыта.
Ай аҙағына ғына термометр бағанаһы +21 градусҡа тиклем күтәреләсәк.
Бөтә майҙа тиерлек ямғыр яуасаҡ. Айырыуса көслө яуым-төшөм 19 майҙан алып ай аҙағына тиклем көтөлә.