+14 °С
Облачно
VKOKTelegram

Талҡаҫ күленең тирә-яғы тағы ла йәмләнеп китер әле

Баймаҡтағы «Һаҡлаусы фәрештә» ирекмәндәр төркөмөнөң дә әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары һәм ир-аттары  ҡарағай ултыртыу буйынса экологик акцияға ҡушылған. Улар Талҡаҫ күленең төньяҡ ярына ҡарағай үҫентеләре ултыртҡан.

Талҡаҫ күленең тирә-яғы тағы ла йәмләнеп китер әлеТалҡаҫ күленең тирә-яғы тағы ла йәмләнеп китер әле
Талҡаҫ күленең тирә-яғы тағы ла йәмләнеп китер әле

Был хаҡта ирекмәндәрҙең етәксеһе Гөлназ Булат ҡыҙы Хафизова: «Һәр ултыртылған үҫенте  —   Башҡортостандың киләсәге өсөн индергән  изге өлөшөбөҙ ул. Һулаған һауабыҙ тағы ла таҙараҡ булып китер, ә ултыртылған ағастарыбыҙ тирә-яҡты йәмләп үҫеп китерҙәр әле.   Һәр ҡатнашҡан әүҙем ирекмән ағзаларыма ихлас күңелдән рәхмәт әйтәм. Ултыртҡан ҡарағайҙар ерегеп үҫһен, барығыҙ имен - һау йәшәгеҙ, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын», — тип яҙа үҙенең «Бәйләнештә»  социаль селтәрендә.

Талҡаҫ күленең тирә-яғы тағы ла йәмләнеп китер әле
Талҡаҫ күленең тирә-яғы тағы ла йәмләнеп китер әле
Талҡаҫ күленең тирә-яғы тағы ла йәмләнеп китер әле
Талҡаҫ күленең тирә-яғы тағы ла йәмләнеп китер әле
Талҡаҫ күленең тирә-яғы тағы ла йәмләнеп китер әле
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас