

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡарт ҡартатайҙарымдың яҡты иҫтәлегенә бағышлап, атайым менән ағастар ултырттыҡ. Уларҙың исемдәре – Шәрхәптулла Шәрхимулла улы Йосопов һәм Ғәбиҙулла Ғәлиулла улы Шәрифуллин.
Туғаным Самира, еҙнәм дә ағас ултыртты. Шулай итеп беҙ ҙә «Хәтер баҡсаһы» акцияһына ҡушылдыҡ. Еңеүселәргә мәңгелек дан!
Илназ ЙОСОПОВ,
V синыф уҡыусыһы.
Илеш районы,
Түбәнге Йәркәй лицейы.