+21 °С
Ясно
VKOKTelegram

Кем ул Антон Янша?

Өфөнөң 263-сө балалар баҡсаһының 4-се өлкән "Бал ҡорто" төркөмө тәрбиәләнеүселәре Бөтә донъя бал ҡорттары көнөнә арналған шәп сара үткәрҙе. Был байрам йыл һайын 20 майҙа билдәләнә.

Кем ул Антон Янша?Кем ул Антон Янша?
Кем ул Антон Янша?

Байрам БМО Генераль Ассамблеяһы тарафынан 2017 йылда Словения башланғысы менән булдырылған. Был дата хәҙерге умартасылыҡҡа нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнгән рәссамы һәм умартасы Антон Яншаның тыуған көнөнә арнап һайланған. Ул 1734 йылдың 20 майында тыуған. Янша шулай уҡ умартасылыҡ буйынса ике фундаменталь китап яҙа. Уның кәңәштәре әле лә бөтә донъяла ҡулланыла.

Бөтә донъя бал ҡорттары көнө был бөжәктәрҙе һаҡлау мөһимлегенә һәм уларҙың планета экосистемаһындағы роленә иғтибарҙы йүнәлтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бал ҡорттары ауыл хужалығы уңышының 35% өсөн яуаплы. Улар аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, биояғыулыҡ, туҡыма, төҙөлөш материалдары етештереүгә булышлыҡ итә. Балалар йәнә бал ҡорттарына ҡағылышлы проблемаларҙы ла асыҡланы: пестицидтар ҡулланыу, тәбиғәт бысраныу, климат үҙгәреше был бөжәктәргә йоғонто яһай.

Байрам уңайынан беҙҙең төркөм балаларына Бал ҡорто ҡунаҡҡа ла килде. Балалар уны шатланып ҡаршы алды, бал ҡорттары, уларҙың тәбиғәткә файҙаһы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде. Бергәләп күңелле уйындар уйнанылар. Кескәйҙәр үҙҙәрен тәбиғәттең ысын дуҫтары итеп тойҙо, уны һаҡларға һүҙ бирҙе. 

Ғәлиә ҒӘЛИУЛЛИНА, Руфина ҒӘЛИЕВА, тәрбиәселәр.

Кем ул Антон Янша?
Кем ул Антон Янша?
Кем ул Антон Янша?
Кем ул Антон Янша?
Кем ул Антон Янша?
Кем ул Антон Янша?
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас